Дим буйҙары
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2019, 19:49

“Мәскәүгә китәләр тип борсолорға кәрәкмәй, кире ҡайтырға ҡыҙыҡһындырайыҡ”

"Торатау" конгресс-холында уҙған мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

– Бөгөнгө мәғариф системаһы ҙур үҙгәрештәр алдында тора, беҙ ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа бурыслыбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Был йәһәттән "Мәғариф" милли проекты уңай шарттар тыуҙыра. Беҙ милли проекттарҙың асылын халыҡҡа аңлата белмәйбеҙ, ахыры – тик һандар менән эш итәбеҙ. Ә ғәмәлдә "Фәләнсә йәшендә һеҙҙең балағыҙ ошондайыраҡ буласаҡ" тип төшөндөрә белергә кәрәк.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, мәктәптә үткән йылдар кешенең үҙ ғүмерендәге иң иҫтәлекле осоро булып хәтерендә һаҡланырға тейеш. Шуға күрә һуңғы ваҡытта шау-шыу тыуҙырған "буллинг" һәм башҡа шундай насар күренештәргә юл ҡуйылырға тейеш түгел.

Республика етәксеһе мәктәптәрҙә берҙәм меню булдырыу, һәләтле балалар менән эшләй белеү тураһында ла әйтеп үтте.

– Һөнәри йүнәлеш биреү ҙә күҙ уңынан ысҡынмаҫҡа тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Мин үҙем мәктәпте тамамлар алдынан биолог булырға хыяллана инем, ләкин Мәскәү юл транспорты инженерҙары институтына барҙым, сөнки иптәштәрем бөтәһе лә шунда юлланғайны. Тик унда имтихан тапшыра алманым – математика минең мөхит түгел. Әлдә инмәй ҡалғанмын тим – илебеҙ бер насар инженер алыр ине, ә былай мин насар юрист булып сыҡманым. Мәктәпте тамамлаусылар Мәскәүгә уҡырға китә тип борсолорға кәрәкмәй, ә бына уларҙы республикаға кире ҡайтыуға ҡыҙыҡһындырыу – беҙҙең бурыс. Мәскәүҙә эшләгәндә Башҡортостандан килеп, баш ҡалала уҡып сыҡҡан бер-ике мең егет һәм ҡыҙҙы күрә инем, улар хәҙер яйлап республикаға ҡайта башланы.
Читайте нас в