Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Август 2019, 14:53

Бишбүләк - тыуған төйәгем

Бишбүләк районы Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан.

Исеме Бишбүләк (биш; бүләк — урман аҡланы, бүлеп бирелгән ер) урыны атамаһынан алынған. Бишбүләк ауылының тарихына килгәндә, Нуғай даругаһы Илекәй-Мең олоҫо аҫаба ерҙәрендә 1940 йылда килешеү буйынса керәшен сыуаштары нигеҙ һалған. 1770 йылда шундай уҡ шарттарҙа сыуаштарҙың яңы төркөмө килеп урынлаша. 1795 йылда 30 йортта 245 кеше йәшәгән, 1865 йылда 160 йортта — 780 кеше. Игенселек, олау йөрөү, тегенселек, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр.

Бишбүләк районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә. 1963 йылдың 1 февраленән бөтөрөлә, территорияһы Бәләбәй районына индерелә. 1965 йылдың 13 ғинуарынан яңынан ойошторола. Майҙаны — 2134 км2.

Халыҡ һанына килгәндә иһә, район биләмәһендә 1939 йылда — 39,6 мең; 1959 йылда — 37,8 мең; 1989 йылда — 27,7 мең; 2002 йылда — 28,0 мең; 2010 йылда — 26,1 мең кеше йәшәй. Милли составы (2002): сыуаштар — 35,7%, татарҙар — 26,3%, башҡорттар — 21,5%, урыҫтар — 11,1%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 12,8 кеше/ км2. Районда 13 ауыл советы, 85 ауыл пункты, иң ҙурҙары: Бишбүләк (6,4 мең кеше), Ҡыңғыр-Мәнәүез (1,3 мең) һәм Айыт (1,2 мең) ауылдары....

Үткәндәрҙе белмәйенсә, киләсәккә юл юҡ, ти халыҡ. Күптән түгел Бишбүләк районы тарихын сағылдырған китап донъя күрҙе. Тыуған төйәгебеҙ тарихы, халҡыббыҙҙың йәшәйеше менән ныҡлып ҡыҙыҡһыныусылар уны үҙәк район китапханаһынан алып уҡый ала.

Ләйлә Ғүмәрова фотоһы.
Читайте нас: