Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2019, 09:37

Өфөнән Израилгә тура авиарейстар асылыуы мөмкин

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Израиль Дәүләтенең Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Гарри Корен менән осрашыуында Өфөнән Израилгә тура авиарейстар асыу кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.

Гарри Корен һүҙҙәренсә, тура авиабәйләнеш асыу биләмәгә инвестициялар һәм туристар йәлеп итеүгә булышлыҡ итер ине. Үҙ-ара эш итеүҙең башҡа перспективалы йүнәлештәре иҫәбендә илсе юғары технологиялар өлкәһен атаны. Улар – IT, киберяҡлау, автономлы транспорт, технологик стартаптарға ярҙам. Яҡтар шулай уҡ иҡтисадта, гуманитар һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан еәтксеһенең матбуғат хеҙмәте.

Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың йәһүд ойошмаһы күп һанлы түгел, ләкин бик әүҙем булыуын билдәләне. Бында Өфөнөң һәм республиканың баш раввины Дан Кричевскийҙың хеҙмәте ҙур. Өфөнөң Йәһүд үҙәге – Рәсәйҙең һәм Европаның ҙур милли йәһүд комплекстарының береһе. «Ор Авнер» мәктәбе лә ошо бинала, унда төрлө милләт балаларын үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Дан Кричевский Ата-әсәләр йорто – ҡарттар өсөн пансионат булдырыу проектының инициаторы булып сығыш яһаны.

Башҡортостан менән Израиль араһында тышҡы сауҙа әйләнеше тураһында һөйләгәндә, Радий Хәбиров 2018 йыл йомғаҡтары буйынса уның бөтәһе 2 миллион доллар тәшкил итеүен әйтте.

«Тауар әйләнешен арттырыу өсөн ҙурыраҡ ҡеүәткә эйә икәнебеҙгә ышанам», – тине республика етәксеһе.

Хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәренең береһе – ауыл хужалығы. Атап әйткәндә, «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумында Израилдең LR Group компанияһы менән Кушнаренко районында 7 000 башҡа һөт йүнәлешендәге малсылыҡ комплексын төҙөү буйынса ниәттәр тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Инвестициялар күләме 10 миллиард һум тәшкил итергә тейеш. Гарри Корен республика етәкселегенә проектты хуплаған өсөн рәхмәт әйтте һәм уның уңышлы тормошҡа ашырылыуына ышаныс белдерҙе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостан менән Израилдең фәнни-техник, юғары уҡыу йорттары араһында, мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлекте, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн ҡеүәте ҙур.

Бынан тыш, республика Хорев медицина үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә башланы. Башҡортостандан бер төркөм табиптар «Сикһеҙ Хорев» программаһы сиктәрендә Израилдә стажировкала булып ҡайтты. Ә октябрҙә Өфөлә ике илдең көслө белгестәре ҡатнашлығында I Рәсәй-Израиль медицина форумы уҙа.
Читайте нас: