Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентября 2019, 15:14
Бесландағы Белем көнөн иҫләп...
Бөгөн Рәсәй тарихындағы иң ҡанлы, ҡурҡыныс фажиғәне иҫкә алабыҙ: Бесландағы ҡот осҡос террорлыҡ актына 15 йыл һәм был көндәрҙе һаман да күҙ йәштәрһеҙ иҫкә алып булмай.
Мәғлүм булыуынса, 2004 йылда, Белем байрамы көнөндә, бер төркөм ҡораллы вәхшиҙәр Төньяҡ Осетиялағы Беслан ҡалаһында 1-се мәктәп уҡыусыларын, уҡытыусыларын, ата-әсәләрҙе аманат итеп ала. Уларҙың дөйөм һаны 1128 кешегә етә.
Террорсылар кешеләрҙе өс көн буйы һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ миналанған мәктәп бинаһында бикләп тота. 3 сентябрҙә эстә шартлау яңғырап, янғын башланғас, хәрбиҙәр штурмға бара.
Күпселек аманаттарҙы ҡотҡарып булһа ла, 333 кеше һәләк була, уларҙың 186-һы – балалар. 800-ҙән ашыу кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"