Дим буйҙары
+20 °С
Ямғыр
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 04:26
Киләсәктә кемдәр эшһеҙ ҡаласаҡ?
Алдағы ун йылда илебеҙҙә 15 миллион кешегә эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай. Рәсәй Дәүләт думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт комитеты ағзаһы Олег Шеин шулай тип белдергән.
Уның һүҙҙә¬ренә ҡарағанда, 2030 йылға илдә хәҙер әлеге мәлдә популяр булған 57 һөнәр юҡҡа сығасаҡ. Уларҙы автоматлаштырылған система, йәки роботтар алыш-тырасаҡ. Эшһеҙ ҡалыу беренсе сиратта әллә ниндәй ҙур белем талап ителмәй торған һөнәр эйәләре — һатыусыларға, ҡарауылсыларға һәм шоферҙарға янай икән.
“Беҙ бөгөн үк Һаклык банкынан 50 мең хеҙмәткәрҙе ҡыҫҡартҡандарын, ә магазиндарҙа һатыусылар урынына махсус аппараттар торғанын һәм аҙыҡ-түтлекте QR-код аша һатып алып бул¬ганды күрәбеҙ. Шуға күрә бер нимәгә лә аптырайһы юҡ”, — ти депутат.
Шул уҡ ваҡытта эшһеҙҙәр армияһы артву ыңғай һөҙөмтәләргә килтермәүе лә көн кеүек асыҡ. Фантастик фильмдарҙағы кеүек, тора-бара планетабыҙҙы роботтар яулап алып, кешелекте бөтөнләй юҡ итә башламаҫмы – был һорау әлегә асыҡ ҡала...
https://kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июнь , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июнь , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июнь , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"