Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә тотош республикала 3 334 һайлау участкаһы асылды. Өс миллиондан ашыу һайлаусы үҙ тауышын бирә ала. Быйыл һайлау участкалары ғәҙәттәгенән бер сәғәткә оҙағыраҡ – киске 9-ға тиклем эшләй.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кеше дәғүә итә: Владимир Барабаш («Граждандар көсө»), Зөлфиә Ғайсина («Яблоко» партияһы), Юрий Игнатьев («Ғәҙел Рәсәй»), Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары»), Владимир Кобзев («Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы»), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ), Иван Сухарев (ЛДПР), Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй»).