«Тотороҡлоҡ. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәр ошо һүҙҙе һағынды, сөнки бик күп ҡарарҙар ҡабул ителеп, аҙағынаса еткерелмәне, ярты юлда тороп ҡалды. Барыбыҙға ла тап шул кәрәк. Берләшеү, бер-беребеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауҙан туҡтау зарур. Халыҡҡа йәшәүе еңелерәк булһын өсөн бөтәбеҙ ҙә бергәләп эшләргә кәрәк», — тине Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.
Ростислав Мырҙағолов Башҡортостан Башлығын һайлау «ышаныслы, матур, бер ниндәй ғауғаһыҙ, оппозиция яғынан һорауҙарһыҙ үтер»енә ышана.