Дим буйҙары
+14 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентября 2019, 18:23

«Йыл уҡыусыһы» конкурсы иғлан ителде

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм «Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара үҙәк» ойошмаһы һәләтле балалар араһында «Йыл уҡыусыһы — 2019» конкурсын уҙғара.

Унда республика мәктәптәренең 9-сы – 11-се кластарында уҡыусы ҡыҙ-малайҙар ҡатнаша ала. Улар уҡыуҙағы юғары ҡаҙаныштары, спорт өлкәһендә яулаған уңыштары, ижади конкурстарҙа еңеүҙәре, йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн төрлө номинацияларҙа бүләкләнәсәк. Заявкаларҙы 27 октябргә тиклем rosdetstvo_info@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Еңеүсене 100 мең һум күләмендә премия көтә.

"Осҡон" гәзитенән.
Читайте нас