Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 18:10

Республика данын лайыҡлы яҡланылар

Казак уйындары 22-25 августа Ставрополь крайының Железноводск ҡалаһында булып уҙҙы.

Уйындарға 16 команда килгән, улар араһында Ставрополь, Дағстан, Төньяҡ Осетия, Ҡабарҙа-Балҡар h.б. яҡтан егет-ҡыҙҙар бар ине. Башҡортостан Республикаһы данын беҙҙең район командаһы — «Вектор» йәштәр үҙәге ҡаршыһындағы «Батырлыҡ» хәрби-патриотик клубының туғыҙ егет hәм ҡыҙы (етәксеһе Николай Ильич Петров) яҡланы. Әлеге сәфәр 2016 йылда район хакимиәте hәм Железноводск төҙөлөш техникумы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу арҡаһында мөмкин булды. Балалар сәйәхәт, көндәлек тормоштары, ярыштар тураһында ентекләп һөйләнеләр, район хакимиәте башлығының һорауҙарына яуап бирҙелeр. Уйындар йәштәргә хәрби-патриотик, мәҙәни һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатынан ойошторолдо. Ярыштар үҙ эсенe полиатлон, алыҫлыҡҡа граната макеты ырғытыу, ҡаршылыҡтар полосаһы, биатлон, теүәллеккә атыу, «Поход усағы янында» казак йыры конкурсы кеүек 11 номинацияны үҙ эсенә алғайны. Беҙҙең егет-ҡыҙҙар бысаҡ ырғытыу, «Казак шашкаһы», атта йөрөү, «Казак тарихы» конкурстарында беренсе тапҡыр ҡатнашһалар ҙа, барлыҡ номинацияларҙа ла уңышлы сығыш яһаны, команда hәм шәхси зачеттарҙа ирешкән юғары һөҙөмтәләр өсөн Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Балаларға Бештау (1400 м бейеклек) тауы тyбәһенә менеүе тураһында таныҡлыҡтар бирҙеләр. Шулай уҡ беҙҙҙең команда уйындарҙың Гран-Прийына лайыҡ булды, Терск ғәскәрҙәренең казак йәмғиәте Ставрополь округы атаманы С.Ю. Пальчиков ҡулынан кубок алды. Балалар сәйәхәттән ҡәнәғәт ҡалды, дуҫлаштылар, адрестар, телефон номерҙары менән алмаштылар, яңя дуҫтар менән аралашырга вәғәҙә иттеләр. Наил Ғабдулла улы уйындарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡотланы, республика данын лайыҡы яҡлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты юғары баһалауҙарын, үҙ Ватанын һаҡларға әҙер булыуҙарын, геройҙарыбыҙҙы онотмауҙарын теләне, яҡташыбыҙ Игорь Николаевтың Төньяк Кавказдағы һуғыштарҙа батырҙарса hәләк булыуын иҫкә алды. Клуб етәксеһе Николай Петровҡа Рәхмәт хаты тапшырылды. Төньяҡ Кавказ буйынса Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте командирының элекке урынбаҫары, сик һаҡсыһы, хәрби-патриотик клуб етәксеһе Абдулла Гаджиев балаларҙы хәрби хәрәкәттәр һаҡмаҡтары буйынса алып барҙы. Йәш армиясылар Ринат Персиянов, Григорий Хәйруллин, Ярослав Краснов, Илья Гурьянов, Анастасия Иванова, Элина Новикова, Данил Волков, Данияр Әхмәҙуллин, Диана Илларионова Железноводск, Кисловодск, Пятигорск курорттарында экскурсияла булдылар. Арҡан юлы буйлап Машук тауына менгәс, Бишбүләк гимнын яңғыраттылар. Балалар был сәйәхәтте hәм 44 градуслы Ставрополь эҫелеген бик оҙаҡ хәтерләр әле. Осрашыу аҙағында уйындарҙа ҡатнашыусылар район етәкселәре менән иҫтәлеккә фотоға төштө, төрлө сараларҙа туған районын hәм республиканы лайыҡлы тәҡдим итeргә вәғәҙә итте.

Илшат Хәйретдинов.

Автор фотоһы
Читайте нас: