Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 10:14

Акцияла ҡатнаш - һаулығыңды тикшер

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда 22 апрелдән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы уҙғарыла.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса ойошторолған сараның маҡсаты – ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу, Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү.

Теләге булған һәр кеше акция нигеҙендә белгестәрҙән һаулыҡ торошо хаҡында белешеү, медицина тикшереүе үтеү, тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Сарала күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар, флюорографтар, маммографтар, Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең күсмә диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.

Республикала Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйынса биш автопоезд юлға сыҡты. Бөтә машиналар раҫланған графикка ярашлы хәрәкәт итә. Әле Илеш, Кушнаренко, Нуриман, Хәйбулла, Саҡмағош райондарында акция үткәреү бурысы тора.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Сара Әхтәмова әйтеүенсә, был акция киләһе йылда ла дауам итәсәк. Быйыл һаулыҡты тикшереү барышында 96 362 кеше ҡаралған, шуларҙың 535-е – яман шеш, 836-һы – шәкәр диабеты, 88-е туберкулез менән сирләүе ихтимал. Улар профилле белгестәргә ебәрелгән. Акция 10 октябргә тиклем барасаҡ.

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: