Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2019, 19:54

"Ҡыҙыл паша" тураһында яңы фильм төшөрөләсәк

Беҙ үҙебеҙҙең атаҡлы яҡташыбыҙ, ғәрәп илдәрендәге күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимов менән лайыҡлы ғорурланабыҙ. Ул Яҡын Көнсығышта “Ҡыҙыл паша” исеме аҫтында билдәле була. Әле иһә уның хаҡында яңы мәғлүмәттәр асылды.

Август баштарында Бөйөк Британияның архивы Башҡортостанға уның тураһында үҙенсәлекле документтар тапшырған. Унда Кәрим Хәкимовтың Яҡын Көнсығыштағы эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәттәр күп. Документтар араһында вәкиллектәр хеҙмәткәрҙәренең шикәйәттәре, хаттары, разведка мәғлүмәттәре, дипломатия ведомстволарының хаттары ингән. Әйкәндәй, уларҙың күпселеге инглиз телендә.

Бөйөк Британия Сит ил эштәре министрлығы архивынан был үҙенсәлекле документтарҙы Кәрим Хәкимовтың биографияһын өйрәнеүсе, юрист Владислав Йосопов алыуға өлгәшкән. Уның белдереүенсә, 30 йәштән саҡ ҡына өлкәнерәк булған дипломатҡа төрлө яҡлы характеристика бирелгән. Мәҫәлән, 1924 йылғы шикәйәттә совет дипломатының ғаиләһе менән сүлеккә килеүе һүрәтләнә. Улар әҙерлекһеҙ, әйберҙәрһеҙ, тейешле кейенмәйенсә килгән тиелә, уның дипломатик хаталарына ишара яһала. Тик ярты йыл да үтмәй, был яҙмалар үҙгәрә: Хәкимов тураһында ҙур хөрмәт менән яҙа башлайҙар.

Документтар тарихсылар һәм ғалимдар өсөн бик ҡыҙыҡлы. Уларҙы Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығына ла ебәргәндәр. Уларҙың ҡайһы берҙәре министрлыҡ рөхсәте менән генә киң йәмәғәтселеккә еткереләсәк.

Яңы асылған дәлилдәр нигеҙендә Кәрим Хәкимов тураһында тарихи документаль фильм төшөрөү күҙаллана. Уның продюсерҙары булып Владислав Йосопов менән билдәле рәссам Камил Буҙыҡаев торасаҡ.


Читайте нас: