Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2019, 08:24
Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлеккә старт бирелде
2020 йылдың 1 октябренән 31-на ҡәҙәр Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Был сара илдә 20-се тапҡыр үткәрелә.
1 ок-тябрҙдә уға әҙерлек эштәренә старт бирелде. Халыҡ иҫәбен алыу — халыҡ тураһында иң дөрөҫ мәғлүмәт туплау алымы. Бында кешенең белеме, ғаилә хәле, йәшәү шарттары, ҡайһы дингә ҡарауы һәм башҡалар асыҡлана. Был илдең ниндәй хәлдә булыуын да бер ни тиклем күрһәтә, шуға ла унан ситләшергә ярамай.
2020 йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу башҡа йылдарҙағынан бер ни ҡәҙәр айырыла. Атап әйткәндә, граждан “госуслуга” порталы аша ла был сарала ҡатнаша аласаҡ. Шулай уҡ, күп функциялы үҙәктәрҙә был һорауҙарға яуап биреп һәм өйгә килеүселәр аша ла ҡатнашып буласаҡ. Һанлы технология ярҙамында халыҡ иҫәбен алыу ҙа беҙҙә беренсегә үтә. Йәғни, халыҡ иҫәбен алыусылар ҡағыҙ ярҙамында түгел, ә планшеттарҙа эшләйәсәк. Беренсе һөҙөмтәләр 2020 йылдың аҙағына билдәле буласаҡ. Һуңыраҡ инде был мәғлүмәтте тәрәнерәк өйрәнеү дауам итәсәк
https://kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"