Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2019, 15:45

Түбәлә саңғы шыуалар

Данияла сүп яндырыу заводы түбәһендә саңғы шыуа торған тау яһағандар.

«Копенхилл» (Copenhill с үп-сар эшкәртеү заводы 2017 йылда асыла. Архитектор Бьярке Ингелс тарафынан ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт бина металл һәм быяланан тора. Ҡаланың төрлө предприятиеларынан һәм халыҡтан йыйылған сүп-сар яндырғандан һуң яҡтылыҡ һәм йылылыҡ сығанағына әйләнә, ул 150 мең фатирҙы йылытырға етә. Төтөндө таҙартыу өсөн заманса ҡоролмалар ҡуйылған, шуға ла һауа бысранмай тиерлек.

Был үҙенсәлекле предприятие ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙән тыш, халыҡтың күркәм ял итеү урыны ла булып тора. Тау саңғы юлын хәтерләтеүсе 85 метр бейеклектә һәм 200 метр оҙонлоҡта булған ауыш түбә «невепласт» тигән материал менән ҡапланған. Был заманса материал йәшел үлән кеүек. Әммә ул аяҡ менән баҫыуға, шыуып тора һәм ысын ҡар кеүек шығырҙай. «Невепласт» ун-ун биш йыл хеҙмәт итә ала, уны ҡабат яңыртырға ла мөмкин

Копенхилда ресторан, саңғы мәктәбе һәм ҡаяға менеү өсөн ун метр киңлектәге һәм 88 метр бейеклектәге диуар бар. Эргәлә генә йүгереүселәр һәм йәйәүлеләр өсөн махсус юл һалынған.

- Ҡала үҙәгенә килеп, саңғыла шыуыу- ысын мөғжизә, ә саңғы шыуыу трассаһына барыу өсөн ете-һигеҙ сәғәт ваҡыт китер ине, - ти спорт һөйөүселәр.

"Шәһри Ҡазан" гәзитенән.
Читайте нас: