Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2019, 09:59

Республика онкология диспансерында юғары тиҙлекле квант нуры менән дауалау ҡорамалы эшләй башланы

Республика онкология диспансерында «Сәләмәтлек» федераль милли проекты тормошҡа уңышлы ашырыла. Дауалау учреждениеһында юғары тиҙлекле квант нуры менән дауалау ҡорамалы эшләй башланы.Яңы ҡорамалда йәш ярымлыҡ балаларҙан алып өлкән йәштәге пациенттарға тиклем дауалау мөмкинлеге бар.

Көсәйтелгән электрон юл менән дауалау ҡорамалы 1 cентябрҙән сафҡа ингән. Табиптар ай дауамында тест режимында эшләһә, бөгөн яңы ҡорамалда тәүге пациентты дауалау сеансы үткәрелде. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова квант нурҙары менән дауалау өҫтөнлөктәрен өйрәнде.

Силикон матераилдан торған битлек 70 градуслыҡ эҫе һыуға төшөрөлә. Һуңынан ул бер-нисә минутта пациенттың бите формаһын ала. Табиптар пациенттарҙы квант нуры менән дауалау процедураһына әҙерләй. Баш мейеһен дауалағанда топометрик термопалстик битлектәр ҡулланыла. Улар башты нығытырға, башҡа мөһим функциялар өсөн яуап биргән өлөштәргә теймәй, дауалау нөктәләрен теүәл билдәләргә ярҙам итә.

Был битлектәрҙе ҡулланыу эстетик йәһәттән дә яҡшы, сөнки дауалау нөктәләрен билдәләү һәм башты нығытып берекетеү өсөн дә уңайлы. Битлек йылы һәм йомшаҡ.

Компьютер томографияһы тикшеренеүҙәренән сығып физиктар махсус иҫәпләүҙәр үткрә һәм квант нуры менән дауалау планын билдәләй. Оҙайлы дауалау барышында ауырыу ябыҡҡан йәки артыҡ таҙарып киткән осраҡтарҙа, сир нөктәһе кәмегәндә дауалау траекторияһы ла үҙгәрергә мөмкин, ти, белгестәр. Ә кесе йәштәге пациенттарҙы дауалағанда вакуумлы матрац ҡулланыла. Ул баланың тәне рәүешен ала.

Фәһим Мофазалов, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Волга буйы федераль округындағы радиология буйынса баш белгесе: Шештең сиктәрен һәм күләмен билдәләп һәм кеше функциялары өсөн яуап биргән өлөштәргә теймәй дауалауҙан тора нур терпияһының төп талабы. Сирле урынға ғына тейешле миҡдарҙа нурҙар ебәрелә, шунлыҡтан баш мейеһендәге тейешле структураларға зарар килмәй.

Был үҙәккә 2012 йылда квант нуры ярҙамында дауалаусы ике ҡорамал алынған. 2020 йылға донъя кимәлендә ҡулланылған тағы ла ике ҡорамал ҡайтарыласаҡ.

Был ҡорамалда беренсе тапҡыр нур терапияһы үткәрелә. Нур менән дауалау терапияһы ун минут тирәһе дауам итә. Пациент тыныс шарттарҙа дауалана. Ионлаштырылған нур яман шешкә емергес тәьҫир итә. Был ҡорамал ярҙамында стереотоксик радиохирургияны сифатлы, теүәл һәм 3D форматта үтәргә мөмкин.

#Нацпроекты
Читайте нас: