Дим буйҙары
+18 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
15 Октября 2019, 07:58
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө
15 октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө Ул 2008 йылдан бирле билдәләнеп килә. Был датаны булдырыу идеяһы 1995 йыл БМО-ның Пекинда үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында барлыҡҡа килә һәм 12 йылдан һуң ғына рәсми рәүештә раҫлана.
Был көндөң маҡсаты – ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ уларҙың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәт өлөшөн лайыҡлы баһалау, тип әйтелә ошо туралағы документтарҙа. Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауылда йәшәү – үҙе бер батырлыҡ, тип әйтер инем мин. Бөтөн донъя ҡатын-ҡыҙҙарының сирек өлөштән ашыуы ауыл ерҙәрендә йәшәй. Ҡала халҡын аҙыҡ-түлек һәм үҫемлекселек сеймалы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеп тороу мәсьәләһе улар ҡулына ҡалдырылған. Уйлап ҡараһаң, улар етештергән ит, һөт, икмәк, йәшелсә-емеш һәм башҡа төр аҙыҡ-түлек менән магазин кәштәләре көн дә тулып тора. Ошо факт ҡына ла ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының хеҙмәт ҡаһарманлығы тураһында һөйләмәйме ни? Бынан тыш, улар бөткөһөҙ йорт хужалығы мәшәҡәттәре, ғаилә ҡарау хәстәрлектәре менән дә мәшғүл.
Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө! Хөрмәтле ауыл ҡатын ҡыҙҙары!!! Һеҙҙе Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, балалар һәм ғаилә ҡыуанысы, шатлыҡтарға төрөнгән көндәр теләйбеҙ һеҙгә!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"