Указ буйынса, республика хөкүмәте — ойоштороу комитеты составын һәм Тораҡ пункттар эстетикаһы йылын үткәреү буйынса саралар планын раҫларға, ә муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре урындағы ойоштороу комитеттарын булдырырға, тейешле план төҙөп, сараларҙы уҙғарырға тейеш.
Документҡа ярашлы, йәмәғәт берекмәләре алдында йәмғиәттә төҙөкләндереү һәм уңайлы йәшәү мөхитен булдырыу мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныуҙы формалаштырыу һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштереү бурысы тора.
Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың 2020 йыл өсөн тема тәҡдим итеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
«Йылды ниндәйҙер абстракциялар менән атамаҫҡа, ә уны халыҡтың мәнфәғәттәренә яуап биргән аныҡ, аңлайышлы эштәргә арнарға тигән тәҡдимебеҙ бар. Граждандарҙы борсоған мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙек. Тирә-яҡ — төҙөкләндереү, ҡалаларҙа, ауылдарҙа уңайлы мөхит бик мөһим», — тине республика башлығы.