Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2019, 22:42

«Өфө» аэропорты көҙгө-ҡышҡы теҙмәгә күсә

27 октябрҙән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты көҙгө-ҡышҡы теҙмәгә күсә.

ыл 2020 йылдың 28 мартына тиклем ғәмәлдә була. 37 йүнәлеш буйынса рейстар башҡарыу күҙаллана, осоштарҙы 25 авиакомпания ғәмәлгә ашыра. Ҡышҡы теҙмәлә, ғәҙәттәгесә, Көньяҡ-Көнсығыш Азияның курорт йүнәлештәре күп. Өфөнән Таиландҡа Утапао һәм Пхукет йүнәлештәре буйынса осоу мөмкинлеге бар. Улар буйынса чартер рейстарын Nordwind һәм Azur Air авиакомпаниялары башҡара. Ошо уҡ ташыусылар Камрань ҡалаһына ла оса. iFly аҙнаһына ике тапҡыр пассажирҙарҙы Өфөнән Ҡытайҙың Санья курортына йөрөтөүҙе дауам итә.

Royal Flight һәм AZUR air авиакомпанияларының һауа суднолары Һиндостанға (Гоа) осоштар башҡара. Дубайға аҙнаһына биш тапҡыр рейс планлаштырылған, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең ҙур ҡалаһына AZUR air, Royal Flight, Nordwind һәм «Урал һауа юлдары» авиакомпанияларының һауа судноларында осорға мөмкин.

Антальяға осоштар йышлығы аҙнаһына өс рейсҡа тиклем арттырыла. Алты авиакомпания: «Урал һауа юлдары», Pegas Fly, Nordwind, Azur Air, Royal Flight һәм Red Wings Төркиә курортына осоштар тураһында белдерҙе.

Ҡышҡы теҙмәлә Utair авиакомпанияһы аҙнаһына ике тапҡыр Венаға осоуҙы дауам итә. Шулай уҡ яңы миҙгелдә Истанбулға (Turkish Airlines), Ташкентҡа («Узбекистон хаво йуллари»), Дүшәмбегә һәм Худжандҡа («Урал һауа юлдары») даими рейстар һаҡлана. Истанбулға чартер рейстарын SmartAvia һәм Red Wings авиакомпаниялары башҡара. Баҡыға осоштар йышлығы, уҙған ҡышҡы миҙгел менән сағыштырғанда, аҙнаһына бер рейстан өскә тиклем арттырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Өфөнән Азербайжандың баш ҡалаһына даими осоштарға, NordStar авиакомпанияһынан тыш, Buta Airways лоукостеры ҡушылды.

Эске йүнәлештәрҙә Мәскәүгә осоштар йышлығы көнөнә — 18 рейсҡа, Санкт-Петербургка икенән дүрткә тиклем арттырылды.

Өфөнән Сочиға аҙнаһына алты рейс башҡарыла. Үткән ҡышҡы осор менән сағыштырғанда, Новосибирск, Ханты-Мансы, Нижневартовск, Надым, Салехард һәм Ноябрьск ҡалаларына осоштар күбәйә.

Республикала йәшәүселәр элеккесә Өфөнән Ростовҡа, Краснодарға, Нарьян-Марға, Һамарға, Ҡазанға, Екатеринбургка, Ырымбурға, Төмәнгә, Сорғотҡа, Усинскиға, Яңы Уренгойға тура рейстар менән осоу мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас в