"Гидра", "Рамп" тип аталған наркотик тәҡдим итеүсе интернет-ресурстарҙы ҡытайҙар тултыра. Уларҙың эшмәкәрлеге тәрән тамыр йәйгән. Беҙҙең йәштәрҙе ағыулаусы матдәләр тап ошо илдән килтерелә", - ти Дмитрий Буянов.
Лента.ру сайтында "Рәсәй наркотиктар аҫтында" тип аталған махсус проект авторҙары белдереүенсә, "ҡара интернет"та (даркнет) наркотиктар һатыу һәм һатып алыу буйынса махсус сайт бар. Унда 800 (!) мең кеше теркәлгән.
Был сайт аша көн һайын 13-14 мең (!) серле урын билдәләнеп, унда наркотиктар һалып китәләр. Тауар әйләнеше көнөнә 277 миллион һум тәшкил итә.
Тик был сайттар хоҡуҡ һаҡлау органдарын, депутаттарҙы ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ҡыҙыҡһындырмай, тигән Буянов.