Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ноябрь 2019, 17:42

2020 йылда Башҡортостанда яңы һалым барлыҡҡа килә. Үҙҙәренә эшләгәндәр өсөн.

Финанс министрлығы киләһе йылдан 19 төбәктә, шул иҫәптән беҙҙең республикала профессиональ килемгә һалым индерергә тәҡдим итте. Әле ул дүрт төбәктә — Мәскәүҙә, Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә, Татарстанда ғына ғәмәлдә.

Һалым тураһында ҡыҫҡаса.

Профессиональ килемгә һалым йәки, ябайыраҡ әйткәндә, үҙҙәренә эшләгәндәр өсөн һалым кешеләргә ҙур булмаған бизнестан һәм өҫтәмә эштән килемде рәсмиләштерергә ярҙам итеү өсөн индерелә. Мәҫәлән, фатирын ҡуртымға биреүселәр, таксистар, бала ҡараусылар, репетиторҙар, фотографтар һәм башҡалар өсөн. Иң мөһиме - дөйөм килем йылына 2,4 миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш.

Һалым буйынса ставкалар НДФЛ йәки һалымдың башҡа төрҙәренә ҡарағанда түбәнерәк. Әгәр ябай һатып алыусылар менән эшләһәгеҙ - 4%, юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар менән - 6%. Бынан тыш, унда ҡатмарлы отчет юҡ һәм онлайн кассалар кәрәкмәй.

Башинформ
Читайте нас: