Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2019, 13:31

Сөйәлдән ҡотолоу юлы бармы?

Ҡайһы бер кешеләрҙең ҡулдарына сөйәл сыға. Сөялдәрҙән өй шарттарында ҡотолоп буламы?

Эйе, сөйәл аяҡ-ҡулды биҙәмәй. Уларҙан ни тиклем иртәрәк ҡотолоу юлдарын тапһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Бында ҡул аҫтындағы саралар ҙа ярҙамға килә ала. Шуларҙың береһе – ҡатнашмалар.

• Уны өйҙә үҙеңә лә әҙерләргә була. Мәҫәлән, ҡәһүә сүбенә – бал һәм үҫемлек майы, йәиһә диңгеҙ тоҙона үҫемлек майы һәм сәй ағасы майы һалып, ҡатнашма яһай алаһыҙ.

• Сәй бәшмәгенән компресс ҡуйыу тирене йомшартырға ярҙам итә. Аяҡ-ҡулдарҙы һабынлы-содалы һыуҙа тотоп йомшартығыҙ ҙа, киптерегеҙ. ҡытыршыланған тирегә бер ҡат сәй бәшмәген (йәиһә уның төнәтмәһе мансып алынған марляны) ҡуйып, пленка менән ҡаплағыҙ, ойоҡ кейегеҙ. Бер нисә тапҡыр шулай дауалағас, сөйәлдәр юҡҡа сығыр.

• Күптәнге сөйәлдәрҙән ҡотолоу өсөн 2 аҙна дауамында һеркәлә (уксус) һуған ҡабығын төнәтегеҙ. Йоҡларға ятыр алдынан уны ҡалын итеп сөялгә ҡуйығыҙ ҙа, бинт менән урағыҙ. 2-3 көндән сөйәл юҡҡа сығыр. Һеркәлә ебетелгән икмәк тә сөйәлдән ҡотолорға ярҙам итә.

"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас: