Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2019, 14:03

Александр Тихонов «Нива-Шевроле» автомобиленә эйә булды

Район гәзитен даими уҡыусылар хеҙмәт һөйөүсән Сиҙәкбаш ауылында йәшәүсе данлыҡлы ауыл хеҙмәтсәне Александр Маркелович Тихоновты белә. Сөнки йыл һайын уның исеме ураҡ алдынғылары иҫәбендә. Быйылғы йыл да уның өсөн уңышлы булды.

— Һауа шарттары буйынса ҡатмарлы йыл минең өсөн юбилей йылы булды, — ти Александр Маркелович. — Мин ҡағыҙҙар буйынса ғына баш инженер. Ә эштә ябай механизатор. Быйыл иген йыйыу комбайны штурвалы артында эшләүемә нәҡ егерме биш йыл тулды. Унан һуң, ғәҙәт буйынса, тракторға, унан йөк машинаһы кабинаһына күсеп ултырам. Ни тиһәң дә. хужалыҡта эшсе ҡулдар етешмәй.

Тыйнаҡлыҡ кешене биҙәй, тиҙәр. Был халыҡтың аҡыллы һүҙе, тәү сиратта, Александр Тихоновҡа ҡағыла. Ул үҙ ҡаҙаныштары менән маҡтанырға яратмай. Әммә был юлы үҙенсәлекле осраҡ. «Урак-2019»ҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән өсөн Сиҙәкбаш комбайнсыһы районда ғына түгел, Башҡортостан Республикаһы буйынса ла иң яҡшыларҙан һанала. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республиканың Ауыл хужалығы hәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө байрамында уға БР Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан тулы комплектациялы, шиплы дүрт тәгәрмәсле hәм фаркоплы «Нива-Шевроле» автомобиле асҡысын алыу насип булды.

— Крәҫтиән хеҙмәтенә республика дәрәжәһендә шундай юғары баһа биреү, әлбиттә, бик һөйөндөрҙө. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк, был бер минең генә ҡаҙанышым түгел. Кооперативта яҡшы уңышты беҙ бергәләп үҫтерҙек бит. Минең дөйөм иген һуғыу 21698 центнер тәшкил итте, — ти комбайнсы.

— Уртаса уңыш бер әйләнешкә 20,7 центнер сыҡты. Ватылмай эшләүсе «Дон-1500 Б» комбайнында мең гектарҙан ашыу майҙанда иген йыйҙым. Был комбайн өсөн ун туғыҙынсы сезон ине. Беҙҙә сит ил техникаһын маҡтарға яраталар. Ә бит беҙҙең үҙебеҙҙә етештерелгән техника ла дөрөҫ ҡарағанда, ваҡытында тейешле хеҙмәт күрһәткәндә, бер ҙә кәм түгел, ҡайһы берҙә хатта яҡшыраҡ та була.

Комбайнсы Александр Тихоновтың республика буйынса ураҡтың иң яхҡшы геройҙары унлығына эләгеүе һәм юғары бүләк алыуы ҡыуаныслы хәбәр. Александр Маркелович «БР-ҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» Почет билдәһе менән билдәләнде. Уның РФ hәм БР Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары күп. Был яңылыҡ район механизаторҙары араһында тиҙ таралды. Һәм киләһе 2020 йылда был башҡа йәш комбайнсылар өсөн бына тигән стимул буласаҡ. Уларға өйрәнерлек hәм тиңләшерлек кеше бар.

Владимир СМОЛОВ.
Читайте нас: