Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2019, 11:25

“Үҫеш нөктәләре” үҫешә

Красногорск ҡалаһында “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре етәкселәре өсөн уҙғарылған Бөтә Рәсәй форумы тамамланды. Уның эшендә Башҡортостандан 133 кеше ҡатнашты.

Рәсми делегацияны мәғариф министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты Татьяна Васильева етәкләне.Форумда ҡатнашыусылар белем биреү һәм тәрбиә алымдарын тикшерҙе, үҙәктәрҙә уҡытыу ойоштороуҙың үҙенсәлектәрен өйрәнде, уҡыусыларҙың тормош компетенцияларын формалаштырыуҙы, мәғарифтең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен асыҡланы.

--Башҡортостанда “Заманса мәктәп” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылып, яңы уҡыу йылы башында йәмғеһе 133 мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре булдырылды. Рәсәй субъекттары араһында беҙҙең республика был тәңгәлдә иң шәп өсәү араһында булып, белем усаҡтарынының матди-техник базаһын нығытыуға 208,5 миллион һум аҡса алыуы ҡыуаныслы,--ти мәртәбәле сарала ҡатнашыусы Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы мәктәбе директоры Зәһүрә Ҡаһарманова.--Махсус бүленгән аҡсаға заманса ҡорамалдар—ноутбуктар, мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, аккумуляторлы дрелдәр, елем пистолеттары, электр лобзиктар, медицина тренажерҙары һәм маникендәр, беренсе ярҙам комплекттары, йәрәхәттәр имитаторҙары һатып алынды. Бынан тыш мәктәптәрҙә шахмат, коворкинг һәм медиа зоналар барлыҡҡа килде.

#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас в