Эйе, Өфөлә хоспис төҙөү буйынса участок урыны ныҡлап билдәләнде – ул “Цветы Башкирии” тораҡ комплексы янында урынлашасаҡ. Быны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та раҫланы. Баштағы мәлдә хоспистың был урында булыуына ошо тирәлә фатир һатып алыусылар ҡаршы төшкәйне. Улар ауыр сирлеләр менән күршеләр булып йәшәү психологик яҡтан бик ауыр буласаҡ, айырыуса балалар өсөн, тигән.
Быға тиклем хоспис участогы өсөн бер нисә вариант ҡарайҙар, тигән хәбәрҙәр ишетелде. Әммә Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Цветы Башкирии” ҡасабаһы янындағы урынды “Вера” исемле хоспистарға ярҙам күрһәтеү хәйриә фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙың авторитетлы төркөмө һайлап алған. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, хоспис ҙур булмаған матур бина буласаҡ. Урындағы халыҡҡа ул ҡамасауламаясаҡ.
Хоспис 2021 йылда эшләй башлай. Ул 50 урынға иҫәпләнгән: 20-һе – балаларға, 30-ы – өлкәндәргә.