Дим буйҙары
+4 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабря 2019, 15:51
Каникул мәлендә «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» ойошторола
Яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем Башҡортостанда «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» ойошторола. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һөйләне.
«Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт кластары ла ата-әсәләре менән бергә ошо уйындарҙа ҡатнаша. Бәләкәйерәк балаларға – күңелле старттар, ә өсөнсө кластан башлап мини-футбол, баскетбол, волейбол, хоккей буйынса ярыштар уҙғарыла. Еңеүселәр 18 ғинуарҙа Өфөлә республика финалында осраша. Шул рәүешле беҙ байрам көндәрендә уҡыусыларҙың ялын күңелле итеп ойошторорбоҙ», — тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Башҡортостан башлығы, партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров әйтеүенсә, был – һәйбәт акция, уға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк, иң мөһиме, улар мәжбүри булмаһын.
«Ярыштарҙың программаһына мотлаҡ саңғыла шыуыуҙы индерергә кәрәк, был спорт төрө менән уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас шөғөлләнә. Яңы йыл ғаилә уйындары – реаль эш, уны яҡшы ойошторорға һәм үткәрергә кәрәк. Был һәйбәт тәҡдим: мул табындан һуң йыйылып, спорт менән шөғөлләнергә, ваҡытты файҙалы үткәрергә», — тине Радий Хәбиров.
Яңы йыл ғаилә уйындарының төп ҡатнашыусылары – «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проектының спорт кластары тәрбиәләнеүселәре. Спорт-белем биреү программаһы 2015 йылда уҡ башланды, ә быйыл уны «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе хупланы.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"