Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2019, 11:37

Ләйсән, беҙ һине көтәбеҙ!

Башҡорт ҡыҙының Һамар ҡалаһындағы сығышын тормошондағы иң боролошло булыуы хаҡында әйтәләр. Насар һалынған спорт маттарына килеп төшөүҙән алынған йәрәхәттән Ләйсән Үтәшева спорт менән мәңгелеккә хушлашырға тейеш була. Тик ныҡыш ҡыҙ яҙмыш һынауҙарына бирешмәй.

Спортта юғары үрҙәр яулаған яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева Өфөгә киләсәк. Уның Башҡортостандың художестволы гимнастика буйынса чемпионатында ҡатнашыуы көтөлә. Яҡташыбыҙ йәш спортсыларға “Мотивация” оҫталыҡ класын үткәрәсәк һәм үҙ миҫалында тормошта уңыштарға өлгәшеүе хаҡында һөйләйәсәк.

“Ләйсән, беҙ һине көтәбеҙ. Башҡортостан – спорт биләмәһе”, – тип яҙған үҙ сәхифәһендә республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Читайте нас: