Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабрь 2019, 10:45

Телефон хәбәр итеп торасаҡ

Урманда законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡалар, усаҡ ҡабыҙалар... Хәҙер уларҙы кеҫә телефоны аша анһат ҡына асыҡларға була – республикала "Урман картаһы" мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы. Стәрлетамаҡ урман хужалығында "Башҡортостандың урман картаһы"на һынау үткәрелде.

Урманда законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡалар, усаҡ ҡабыҙалар... Хәҙер уларҙы кеҫә телефоны аша анһат ҡына асыҡларға була – республикала "Урман картаһы" мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы. Стәрлетамаҡ урман хужалығында "Башҡортостандың урман картаһы"на һынау үткәрелде.

Программаға республикалағы урман участкаларының интерактив картаһы ҡуйылған. Ул ағас файҙаланыусының урынын, төрлө саралар, айырыуса һаҡланған тәбиғи биләмәләрҙең һәм райондарҙың, урман кварталдарының сиктәрен автоматик рәүештә билдәләргә ярҙам итә. Унда шулай уҡ теге йәки был урындарҙы фотоға төшөрөү функциялары ла ҡаралған. Яңы ҡушымта үҙ бурысын тулыһынса үтәүен күрһәткән.

Әйткәндәй, смартфоны булған һәр кешегә уны Android йәки iOS системаһында үҙенә күсереп алыу мөмкинлеге бар. Ҡушымта урман хужалығы тармағы вәкилдәренә лә, шулай уҡ ябай халыҡҡа ла ҡулайлы. Уның аша янғындар, законһыҙ ағас киҫеү йәки башҡа тәртипһеҙлектәр хаҡында тиҙ арала яуаплы органдарға хәбәр итергә мөмкин. Бынан тыш, ағас әҙерләүҙе лә аныҡ күрһәтәсәк. Теләгән һәр кем урмандарҙың кемгә ҡарауын, ниндәй эшмәкәрлек төрөнә инеүен билдәләй ала.

Әйткәндәй, "Урман картаһы" эшләү буйынса Башҡортостан илдә әүҙемлек күрһәткән бер нисә төбәк иҫәбенә инә. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән "Экология" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: