Быйыл күҙәтеү ведомствоһы коррупцияға ҡаршы көрәш ҡануниәтен боҙоуҙың 2,5 мең осрағын асыҡлаған, тип хәбәр итә республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
1,2 меңдән ашыу вазифалы кеше дисциплинар тәртипкә тарттырылған, шул иҫәптән ышанысты юғалтҡан өсөн 16 хеҙмәткәр эшенән бушатылған, 111 кеше административ яуаплылыҡ тотҡан.
Йыл башынан коррупцияға бәйле 1044 енәйәт асыҡлаған, шул иҫәптән 112 ришүәт алыу һәм 22 ришүәт биреү, 86 бәләкәй күләмдә аҡса алыу осраҡтары теркәлгән. Шулай уҡ 231 кешегә ҡарата ҡуҙғатылған 200 енәйәт эше судҡа тапшырылған.
Быйыл коррупция йүнәлешендә бөтәһе 166 кеше хөкөм ителһә, уларҙың 37-һе - дәүләт власы һәм муниципаль үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, 27-һе - муниципаль берәмек башлығы, 11-е - тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәре.