Дим буйҙары
-9 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2019, 12:36

“Киләсәккә билет” ал!

Мәктәп уҡыусыларына һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итеү – “Мәғариф” милли проектында билдәләнгән өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарының береһе. Йәш кешенең һөнәри юлын дөрөҫ һайлауы уның тормошта үҙен табыуына, шәхес булараҡ асылыуына ғына түгел, дәүләттең иҡтисади үҫешенә индерәсәк өлөшөнә лә бәйле.

Иртә һөнәри ориентация биреүгә йүнәлтелгән “Киләсәккә билет” тип аталған проект дөйөм белем биреү мәктәптәренең 6-11-се класс уҡыусыларына, шул иҫәптән сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән балаларға тәғәйенләнгән. Ул “Мәғариф” милли проекты сиктәрендәге “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла, уның операторы булып “Йәш профессионалдар” (“Ворлдскиллс Рәсәй”) союзы сығыш яһай.

“Киләсәккә билет” проектының рәсми сайтына (site.bilet.worldskills.ru) инеп, теләге булған һәр кем һөнәр һайлау буйынса ҡыҙыҡлы тестар үтә, видеокурстар ҡарай, был өлкәләге яңылыҡтар, мәҫәлән, киләсәк һөнәрҙәре менән таныша ала. Бында һәр уҡыусы шәхси кабинетын асыу, уның ярҙамында үҙен ҡыҙыҡһындырған өлкә, һайларға теләгән һөнәре буйынса белемен арттырыу, белгестәрҙән кәңәш алыу һәм башҡа бихисап мөмкинлектәргә эйә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в