Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2019, 11:37

Өфөлә Ҡыш бабайҙар парадында кемдәр ҡатнаша ала?

Был сара Ленин исемендәге майҙанында була. Үҙәк ҡала шыршыһында өфөләр бай байрам программаһында рәхәтләнеп күңел аса алалар. Һуңынан күп кенә Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар шыршы уттарын ҡабыҙыр.

Был парадта ҡатнашыу өсөн Өфө учреждениелары, ойошмалары йәки үҙҙәре исеменән ғариза биргәндәр конкурст ярҙамында һайлап алына.

Ғаризалар 18 декабргә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Ғаризаға Ҡыш бабай йәки Ҡарһылыу костюмын кейеп төшкән фото һалырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 229-04-35 – Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге.
Читайте нас: