Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2019, 12:21

Бүләк бирергәме, юҡмы?

Етеп килгән Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары менән бәйле Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы бүләк биреүҙе һәм алыуҙы тыйыуҙы үтәү кәрәклегенә иғтибарҙы йәлеп итә.

Министрлыҡ ошондай мәғлүмәттәрҙән торған хаттарҙы федераль дәүләт, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең башҡарма власы юғары органдарына, Рәсәй Банкына, дәүләт бюджеттан тыш фондтарына һәм дәүләт корпорацияларына (компанияларына) ебәргән.

Рәсәйҙең коррупцияға ҡаршы закондарының һәм Рәсәй Гражданлыҡ кодексының положениелары дәүләт һәм муниципаль вазифа биләгәндәргә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, айырым ойошма хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт бурыстарын үтәгән ваҡытта бүләк биреүҙе һәм шулай уҡ алыуҙы тыя.

Протокол саралар, хеҙмәт командировкалары һәм башҡа рәсми саралар менән бәйле алынғандар һәм кире ҡайтарылырға тейешлеләре генә иҫкәрмә булып тора.

Башҡа осраҡтарҙа вазифалы кешеләрҙең бүләк алыуы, Рәсәй закондарына ярашлы, тыйыуҙы боҙоу һанала, улар ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың объектив икәнлеген шиккә һала, шулай уҡ яуаплылыҡҡа тарттырылыу, хатта ышанысты юғалтыу сәбәпле эштән ебәрелеү, ҡайһы бер осраҡта бүләк ришүәт алыуға, йәки енәйәт яуаплылығына тиңләнә.

Ниндәй генә ваҡыт һәм урын булмаһын, вазифалы кешеләрҙең бүләк алыуы уларҙың хеҙмәт тәртибенә тура килергә, улар намыҫлылығына һәм әҙәплелегенә шик төшөрөүсе эшкә юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Читайте нас: