Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабря 2019, 06:18
Путин экологик хәлде яҡшыртыуҙы мөһим мәсьәлә, тип атаны
Рәсәй Президенты Владимир Путин "Таҙа ил" күргәҙмә форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, илдә экологик хәлде яҡшыртыуҙы барлыҡ милләттәр мәсьәләһе, тип атаны. Был турала Кремль сайтында ентекләп яҙылып сыҡты.
"Экологик хәлде яҡшыртыу, тирә-яҡ мөхиткә һәм тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡараш булдырыу өсөн Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе заманса, юғары технологиялы тармаҡтар булдырыу -- мөһим милли мәсьәлә. Һәм бында хөкүмәттең барлыҡ ҡатламдары ла, йәмғиәт һәм бизнес институттары, киң мәғлүмәт саралары ла әүҙем ҡатнашырға бурыслы", -- тине президент.
Путин иҫкәртеп, "экологик мәҙәниәтте камиллаштырыу"ға, айырыуса йәштәр араһында, иғтибарҙы йүнәлтергә саҡырҙы. Бынан тыш "йәшел" технологияларҙы ҡулланған ойошмалар өсөн дәртләндереү сараларын күреп торорға, улар башҡалар менән тәжрибә уртаҡлашһын, тине.
Президент әйтеүенсә, тап ошо форумда ҡабул ителгән ҡараҙар тәбиғәтте һаҡлауға ҡоролған инициативаларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итергә тейешле.
#Путин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"