Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
15 Января 2020, 17:50
Уҡытыусылар! Һеҙҙең өсөн дә яҡшы яңылыҡ!
“Класс етәксеһе булыу – ул бик ҙур яуаплылыҡ һәм уҡыусылар менән көндәлек аралашыу. Шуға күрә бындай эш махсус түләнергә тейеш”, – тине Владимир Путин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итте. Унда йәмғиәтебеҙҙең бик мөһим проблемалары күтәрелде. Улар араһында мәғариф һәм уҡытыусыларға ҡағылған яңылыҡ та бар ине.
Шулай итеп 2020 йылдың 1 сентябренән Президент класс етәкселәре өсөн махсус өҫтәмә түләү индерә. Уның күләме – биш мең һумдан да кәм булмаясаҡ. Владимир Владимирович белдереүенсә, бындай өҫтәмә түләү тәү ҡарамаҡҡа төбәктәр бурысы кеүек, әммә “класс етәксеһе – ул тәрбиәсе”, тимәк федераль функция. Шулай булғас, аҡса федераль бюджеттан түләнәсәк.
Бынан тыш Путин әйтеүенсә, быға тиклем булған бар түләүҙәр ҙә мотлаҡ һаҡланырға тейеш.
– Ғәмәлдә эштең нисек торғанын мин мотлаҡ тикшерәсәкмен. Мәсьәләне контролдә тотмаһаң, был теманан “ҡасырға” теләүселәр табылыр. Улай эшләргә кәрәкмәй, - тине ул.
Шулай уҡ дәүләт башлығы уҡытыусылар хеҙмәте лайыҡлы һәм ғәҙел түләнергә тейеш тигән фекерҙә. Һөнәри үҫеш системаһы уҡытыусыларҙың яртыһынан күбеһен үҙ эсенә алырға тейеш.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"