Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 13:20

Балаларын быйыл мәктәпкә биргән ата-әсә иғтибарына

1 февралдән балаларҙы 1-се класҡа ҡабул итеү башлана. Ғариза биреүҙең ике юлы бар: уны мәктәптең үҙенә барып яҙыуҙан тыш, интернет селтәрен дә ҡулланып була.

Бының өсөн Башҡортостандың “Дәүләт хеҙмәте” (Госуслуги) сайтындағы “Мәктәпкә электрон рәүештә яҙылыу” бүлегенә инергә кәрәк.
Был ысулдың өҫтөнлөктәре бихисап. Беренсенән, һеҙгә өйҙән сығырға кәрәкмәй, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ғаризаны ебәреп була.
Икенсенән, ғариза биргәс, уның ҡаралыу торошон күҙәтергә мөмкин. “Дәүләт хеҙмәте” сайты граждандарға һәр этап һайын мәғлүмәт ебәрәсәк.
Өсөнсөнән, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡҡан хәлдә, шул уҡ интернеттан махсус ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ғаризаларҙы ҡабул итеү ике этапта үтәсәк: 1 февралдән 30 июнгә тиклем – мәктәп урынлашҡан биләмәлә рәсми рәүештә теркәлгәндәр өсөн һәм 1 июлдән 5 сентябргә тиклем – мәктәп урынлашҡан биләмәлә рәсми рәүештә теркәлмәгәндәр өсөн.
Фото: 123ru.net
Читайте нас: