Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Февраль 2020, 01:10

Өсләтә шатлыҡ!

Бөгөн Өфөлә республика перинаталь үҙәгенән 2020 йылда тыуған тәүге өс игеҙәк сабыйҙы тыуған йортона изге теләктәр теләп оҙаттылар. Балалар 3 февралдә тыуҙы, шунан алып улар табип күҙәтеүендә булды.

Сыңғыҙовтар тағы ла ике улға һәм бер ҡыҙ балаға атай-әсәй хәҙер. Исемдәре лә бик матур: Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли. Ғаиләлә биш йәшлек Самир исемле улдары үҫә. Атай кеше игеҙәктәренең имен-аман донъяға килеүенә бик шат. Мәшәҡәттәрҙе өләсәй һәм олатайҙар ярҙамында күмәкләп еңеп сығырҙарына ышана.
Азат менән Гөлгөнәнең тормош ҡороуына алты йыл. Икеһе лә Баймаҡ районынан. Өс игеҙәк сабыйҙары тыуасағын 26 йәшлек ҡатын тәүге ультратауыш тишереүендә үк белһә лә, көнкүрештә көткән ауырлыҡтар уны ҡурҡытмай. Йәш ғаиләнең үҙ торлағы әлегә юҡ, шулай ҙа өмөттәрен өҙмәйҙәр. Ишәйеү менән был хәлдең тамырынан үҙгәреүе ихтимал. Азат Сыңғыҙов шәхси офтальмология клиникаһында хужалыҡ эшен башҡара. Ғаилә аҙ килемле иҫәпләнә.
Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Николай Калмацкий йәш ғаиләгә ниндәй дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәге тураһында һөйләне. Аҙ килемле булараҡ, сабыйҙарына өс йәшкә тиклем йәшәү минимумы күләмендә пособие түләнәсәк.
Бары беҙҙең республикала ғына аҙ килемле ғаиләләр өсөн бер юлы ике һәм унан да күберәк сабый тыуған осраҡта һәр балаға өс йәш тулғансы 500 һум күләмендә пособие түләнә. Сыңғыҙовтарға икенсе бала өсөн 616 617 һум күләмендә әсәлек капиталы тәғәйенләнәсәк.
Халыҡҡа ошондай мәсьәләләргә бәйле һорауҙар менән 8-347-223-52-29 телефонына шылтыратырға мөмкин. Күп балалы ғаилә ипотеканы ҡаплатыу өсөн 450 мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.
#детибашкириисчастье
#башҡортостанбалалары
Фотолар: "Башинформ".
Читайте нас: