Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2020, 13:44

Мәктәп каникулдары оҙайтыла

Башҡортостанда мәктәп каникулдарын оҙайтыу тураһындағы ҡарар ҡабул ителде. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

Шулай итеп, мәктәп уҡыусылары өсөн ял көндәре 17 октябрҙә үк башланасаҡ һәм 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, бөгөн 983 бала ОРВИ менән сирләй. 200 самаһы мәктәп уҡыусыһына коронавирус диагнозы ҡуйылған. Шулай уҡ 150 самаһы уҡытыусыла ошо уҡ диагноз. 4800 самаһы уҡыусы карантинда. Улар үҙҙәре сирләмәй, ни бары коронавирус менән ауырығандар менән бәйләнештә булғандар.
– Дөйөм алғанда республиканың 29 муниципалитетына ҡағыла был, яртыһынан күбеһе. Шуға күрә инфекция таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн беҙ каникулдарҙы бер аҙнаға оҙайтырға тәҡдим итәбеҙ. Ике аҙна белем биреү сифатында сағылыш тапмаясаҡ, – тине Айбулт Хажин.
Дөйөм алғанда, мәғариф өлкәһендә хәлдәр әлегә ныҡ ҡурҡыныс түгел. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостандағы 34,5 мең самаһы уҡытыусының 150-һе сирләүе сағыштырмаса күп түгел. Был сентябрҙең тәүге өс аҙнаһында хәлде тотороҡло кимәлдә һаҡлау арҡаһында шулай килеп сыҡҡан.
Фото: sochistream.ru
Читайте нас: