Дим буйҙары
0 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
15 Октября 2020, 16:11
Республикала уҡыусылар һәм студенттар араһында коронавирусҡа тикшереү үткәрелә
Башҡортостанда өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар араһында бушлай коронавирусҡа тикшереү үткәрелә.
Федераль Роспотребнадзор бөтә төбәктәрҙә лә вирус ауырыуҙарының эпидемиологик миҙгеле башында COVID-19-ҙың таралыуына скрининг мониторингын үткәреү бурысын йөкмәткән.
Тиҙҙән тикшереү үткәреү өсөн дүрт мәктәп, өс урта махсус һәм өс юғары уҡыу йорто билдәләнә. Һәр учреждениела осраҡлы рәүештә ун уҡыусыны һайлап алып, ПЦР ысулы менән – танауҙан һәм ауыҙ ҡыуышлығынан – яңы коронавирус инфекцияһына анализ алына, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Был мәғлүмәттәр артабан өйрәнеү өсөн Роспотребнадзорҙың ғилми институттарына ебәрелә.
https://
www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"