Мәғлүм булыуынса, транспортта битлек кейеү тәртибенең үтәлешенә контроль көсәйтелде. Быйыл 20 апрелдән алып Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты 247 рейд ойошторған, юл комплексындағы 101 һәм транспорт комплексындағы 146 объект тикшерелгән. Ошондай саралар һөҙөмтәһендә етешһеҙлектәргә ҡағылышлы 107 административ протокол төҙөлгән.
Октябрь башынан юғары әҙерлек талабын боҙған пассажирҙарға ҡарата ла ошондай уҡ протоколдар төҙөлә. Битлек кейеү мотлаҡ. Тәртипте беренсе тапҡыр боҙһаң – 1-2 мең һум (ҡайтанан боҙһаң – 3-5 мең), вазифалы кешеләргә – 5-15 мең һум (15-30 мең һум), ойошмаларға 50-100 мең һум (100-200 мең һум) штраф һалына. Йәмәғәт транспорты водителдәре был ҡағиҙә хаҡында иҫкәртергә тейеш. Автобус бар пассажирҙар битлек кейгән осраҡта ғына маршрутҡа сыға ала.
Тикшереүселәр, битлек режимынан тыш, ҡала транспорттары салонында дезинфекция саралары булыу-булмауын ҡарап сыҡты, уның сифатын билдәләне.