Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2020, 11:34

Нефтсе ниңә еләк үҫтерергә хыяллана?

Булат Ноғоманов тәү тапҡыр баҡсаһында еләк ултыртып ҡарағандан һуң ихтыяждың емеш-еләккә ни тиклем ҙур булыуын аңлай.

Киләһе йылда Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылы егете Булат Ноғоманов Өфө нефть университетын тамамлаясаҡ. Тик ул бөтә күңеле менән ауыл хужалығына тартыла. Италия үҫентеләрен һатып алып, ҡатыны менән бергәләп түтәлдәргә ултыртҡас, егеттең күңелендә яңы уйҙар тыуа.

Продукцияны социаль селтәр аша һаталар. Тәүге уңышты йыйғанда уҡ заказдар килә башлай. Әлбиттә, егет бындай ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы көтмәй. Киләһе йылда ул еләк майҙандарын арттырырға һәм ҡул хеҙмәтен механизацияларға уйлай.

Ҙур эшкә тотонорға баҙнат иткән йәш фермерға ауыл советы һәм район хакимиәте бер гектар ер биләмәһе бүлә. Майҙан да яҡын ғына, ҡойма артында. Кешенән бейегерәк булып үҫкән сүп үләндәре урынында хәҙер еләк плантациялары буласаҡ. Бизнесты үҫтереү өсөн грант алыуға заявка бирергә лә уйы бар Булаттың. Был тәңгәлдә район хакимиәте һәр саҡ ҡул һуҙырға, документтар йыйып бирергә әҙер. Фермер әле яңы миҙгелгә пландар ҡора, һыу һибеү системаһын уйлап тапҡан, киләһе йылдың тормошонда ҙур һынылыш яһаясағына ышана.

Фото: BashNews.

Читайте нас в