Сара башланғандан алып 14993 тикшереү үткәрелгән, шулар иҫәбендә – 10724 флюорография, 4269 маммография. 1703 кешенең ҡанында – артыҡ шәкәр, 1665-ендә – холестериндың күп булыуы, 3180 пациентта юғары ҡан баҫымы, 1935 кешелә – артыҡ тән ауырлығы, 1560-ында тәмәкегә бәйлелек асыҡланған. 81 кешелә – яман шеш, 108-ендә – шәкәр диабеты, 33-өндә туберкулез ихтималлығы билдәләнгән. Ауыр сиргә шик тыуҙырған пациенттар артабан тикшерелеүгә, дауаланыуға ебәрелгән, күҙәтеүгә алынған. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Төрлө медицина белгестәренән торған бригадалар графикка ярашлы артабан эшләүен дауам итә.
19 – 23 октябрь – Благовар районы;
30 октябргә тиклем – Дыуан районы;
19 – 22 октябрь – Ҡалтасы районы;
19 – 23 октябрь – Әлшәй районы;
шулай уҡ 19 – 23 октябрь – Күгәрсен районы.
Белорет яғында эш тамамланды.
Табиптарға күренеү алдан яҙылыу түгел, ә сират буйынса атҡарыла.
Республика халҡының һаулығын хәстәрләүгә йүнәлтелгән акция 10 ноябргә ҡәҙәр дауам итә.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.