Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2020, 11:09

Табиптар тәмлекәстәр аласаҡ

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәге коронавирус инфекцияһының икенсе тулҡыны осоронда эшен әүҙемләштерә, ирекмәндәр халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтә.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә “Табиптар тураһында хәстәр менән” акцияһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уның барышында сәй тәмлекәстәренән торған меңдән ашыу йыйылма таратыласаҡ. Комплекттар коронавирус менән сирләгән пациенттарҙы дауалаусы медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән. Улар Башҡортостан буйынса таратыласаҡ.
Вахта ысулы менән эшләгән медиктарға партия транспорт саралары бүләсәк, улар табиптарҙы өйҙән эшкә һәм эштән өйгә йөрөтәсәк. Тәүҙә эште 20 автомобилдән башламаҡсылар, аҙаҡ иһә был һан йөҙгә еткереләсәк.
Унан тыш социаль яҡтан яҡлау талап ителгән кешеләргә лә иғтибар арттырыласаҡ.
8-800-201-89-03 һандары буйынса булдырылған төбәк колл-үҙәге лә шылтыратыуҙар ҡабул итә.
Ул ағымдағы йылдың мартында эшләй башланы һәм пандемияға бәйле граждандарҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итеү буйынса барлыҡ хеҙмәттәрҙең берҙәм диспетчеры ролен үтәй.
Колл-үҙәккә шылтыратып, коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү тураһында дөйөм мәғлүмәт, профилле министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың телефондарын алырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта “Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәге “Хәстәр картаһы” проекты сиктәрендә эшләй. Уның буйынса айырым категорияға ҡараған граждандар аҙыҡ-түлек менән ярҙамға өмөт итә ала.
Дирекция тарафынан раҫланған башҡа төрлө ярҙам кешеләрҙең мөрәжәғәтенән сығып күрһәтелә.
Фото: bashkortostan.er.ru
Читайте нас: