Тырыш ауыл хужалығы хеҙмәткәренә шундай ҡиммәтле бүләкте шәхси хужалыҡ етәксеһе Рим Ямалетдинов яһаны.
— Фәнзил минең менән ферма асылғандан бирле, — ти Рим Тәүхетдин улы. — Ул минең иң яҡшы ярҙамсыларымдың береһе. Һәр ваҡыт эште еренә еткереп эшләй. Ул механизатор ҙа, тракторсы ла, иретеп йәбештереүсе лә. Уның ферманы тергеҙеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, лайыҡлы хеҙмәте өсөн уға рәхмәтемде шул рәүешле белдерергә булдым.
Автомобиль — ул күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡлы бүләк тә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рим Ямалетдинов, киләсәктә лә бүләкләп, башка хеҙмәткәрҙәргә лә ярҙам итеп буласағын белдерҙе. Иң мөhиме, эштәр уңышлы барһын hәм hәр кем намыҫ менән эшләһен.
Олег Леонтьев,
Автор фотоһы.