Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Октябрь 2020, 14:20

Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең 10 %-ты өйҙән эшләү режимына күсерелде

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең – 9,7%, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең 7,5% өйҙән эшләү режимына күсерелде, тип хәбәр итте республика Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек тураһында Указға үҙгәрештәргә ярашлы, 65 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәр, хроник сирҙәре булған хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар ситтән тороп эшләүгә күсте.

Эш урынында булыу дәүләт власы органдарының эшләүе өсөн үтә мөһим һаналған хеҙмәткәрҙәр элекке режимда эшләй, тип билдәләнеләр республика Башлығы Хакимиәтендә.

Дәүләт һәм муниципаль власть органдарының эш кәңәшмәләре, йыйылыштар, коллегия ултырыштары һәм башҡа ошондай саралары видеоконференция режимында үткәрелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала барлыҡ предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе тәьмин итеү өсөн эш урындарында ковидҡа ҡаршы инспектор вазифаһы индерелде. Хеҙмәткәрҙәр араһынан һайланып ҡуйылған белгестәр термометрия үткәрә, битлек режимының үтәлешен һәм башҡа иҫкәртеү сараларын тикшерә. Уларҙың маҡсаты – коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү.

Читайте нас: