Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2020, 18:11

Енәйәтсе төрмәнән ҡасҡан

Ошо көндәрҙә Мәләүездәге колония биләмәһенән бер ир ҡасҡан.

Был турала "КП-Уфа" баҫмаһы хәбәр итә.

Ирҙең юҡ булыуын иртәнге тикшереү ваҡытында асыҡлайҙар. Интернетта уға ориентировка килеп тә сыҡҡан. Ҡасҡынға 37 йәш, ул был холоҡ төҙәтеү учреждениеһына ни бары ике ай элек кенә күсерелгән булған. Асыҡланыуынса, ул 2014 йылда бер нисә статья буйынса хөкөм ителгән. Исемлектә ауыр енәйәттәр ҙә бар. Ир иреккә 2024 йылда сығырға тейеш булған.

Башҡортостан буйынса УФСИНда ысынлап та ирҙең ҡасыуын раҫлағандар. "Әлеге ваҡытта уның ҡайҙалығын асыҡлау өсөн эҙләү саралары алып барыла", - тигәндәр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Тағы шуныһы, ведомствола аңлатыуҙарынса, колония биләмәһендә хөкөм ителгән кешеләргә һаҡ ҡуйылмай. Уянғандан алып йоҡларға ятҡансы уларҙың колония биләмәһе буйлап ирекле хәрәкәт итеү хоҡуғы бар. Бында ултырғандар колония хакимиәте рөхсәте менән биләмә буйлап йөрөй ала, тик колония урынлашҡан райондан сығып китергә ярамай.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Читайте нас: