Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноябрь 2020, 16:40

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын байрам менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Ҡәҙерле ватандаштар! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был байрамдың ҙур әһәмиәте күп быуатлыҡ ватан тарихының героик биттәре менән бәйле. Ул беҙҙе алыҫ 1612 йылғы яҙмышты хәл иткес ваҡиғаларға – Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе илбаҫарҙарҙан азат икән дәүергә алып ҡайта. Был патриотик күтәрелеш Рәсәйҙең бөтә халыҡтарын берләштереп, көсөбөҙҙөң берҙәмлектә, Тыуған илгә тоғролоҡта, берҙәм сафта уны һаҡларға, яҡларғә әҙер булыуыбыҙҙа икәнлеген күрһәтте.
Башҡортостан күп быуаттар дауамында илебеҙҙең хәрби һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары йылъяҙмаһына бик күп сағыу биттәр яҙҙы, ябай булмаған һынауҙарҙы намыҫлы еңеп сыҡты. Беҙҙең төбәк йөҙҙән ашыу халыҡ вәкиле өсөн дөйөм йортҡа әүерелде. Бер ҙур ғаилә булып йәшәү оҫталығы артабан да алға барыу өсөн көс-ҡеүәт бирә.
Тап ошо берҙәмлегебеҙ һәм яуаплылығыбыҙ Ватандың ҡеүәтен, Рәсәй милләтенең сәләмәтлеген һәм именлеген, иҡтисади ҡаҙаныштарҙы һәм йәшәү сифатының яҡшырыуын билдәләй. Тик бергәләп кенә, өлкән быуындың иң яҡшы йолаларына һәм өр-яңы ҡараштарға таянып, беҙ күләмле бурыстарҙы тормошҡа ашыра, ҡатмарлы заман талаптарына ҡаршы тора аласаҡбыҙ.
Республиканың барлыҡ халҡына ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, именлек, тыныслыҡ, бөтә изге эштәрҙә уңыштар теләйем!
Берҙәм булайыҡ!”
Читайте нас: