Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2020, 18:39

Баймаҡ районының элекке хәкимиәт башлығына 9 йылға иркенән мәхрүм ителеү янай

Контроль -иҫәп палатаһы тикшереүҙәре буйынса, 2016-2018 йылдарҙа бюджет сығымдарын һәм муниципаль мөлкәтте законһыҙ һәм һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу осрағы буйынса барлығы 16 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Атап әйткәндә, аудиторҙар «Труд» стадионын төҙөкләндергәндә 82 миллион, шулай уҡ Урғаҙа ауылының һыуүткәргесен ремонтлағанда 275 мең һум бюджет сығымдарының юҡҡа сығыу осрағын асыҡлаған. Аҡсалар тотонолоуға ҡарамаҫтан, стадион файҙаланыуға тапшырылыҡ хәлдә түгел.

Бынан тыш, муниципалитет торлаҡҡа мохтаж булмаған хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә фатирҙар бүлгән һәм эшһеҙлек буйынса юғары пособие алыу өсөн арттырылған мәғлүмәттәр яҙылған справкалар биргән. Барлыҡ закон боҙоуҙар ҙа ул ваҡыттағы хакимиәт башлығы Илшат Ситдиҡов эшләгән осорға тура килә. Тупланған материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған, әлеге ваҡытта тикшереү бара.

Bash.Newc.

Читайте нас: