Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2020, 18:02

Өфөлә коронавирус йоҡторғандар һаны 4621-гә етте

Өфөлә коронавирус йоҡторғандар һаны 4621-гә етте, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина шишәмбе мэриялағы оператив кәңәшмәлә.

Уҙған тәүлектә Башҡортостандың баш ҡалаһында 43 яңы осраҡ теркәлгән.

Хәҙер Өфөлә һәр 100 мең кешегә 407 сирле тура килә, тип белдерҙеләр кәңәшмәлә һәм битлек режимын, 65 йәштән өлкәндәргә изоляция тәртибен һәм республика Башлығының «COVID-2019 таралыу хәүефенә бәйле Башҡортостан биләмәһендә «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында»ғы указында яҙылған башҡа талаптарҙы үтәргә саҡырҙылар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың яңы осраҡтары буйынса рекорд ҡуйылды. 9 ноябргә мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә – 106 кеше. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала 11 653 осраҡ теркәлде.

Читайте нас: