Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2020, 13:58

Никах теркәү йәше күпме?

Башстат никах теркәүҙең уртаса йәше тураһында мәғлүмәт бирә.

Башҡортостанда күпселектә тәүге никах теркәү 20 йәштән 30 йәшкә тура килә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң ҙур өлөшө 20-24 йәшендә кейәүгә сыға (44%). Ир-егеттәрҙең күпселеге 25-29 йәштә тәүге никахын теркәй (40,6%). Республикала бынан алдағы йылдарҙа никахҡа инеү уртаса ир-егеттәр өсөн 25 йәш булһа, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 23 йәш булды, әммә һуңғы йылдарҙа был күһәткес артыу яғына үҙгәрә бара. Статистика белгестәре билдәләүенсә, был йәштәрҙең тәү сиратта профессионал белем алыуҙы һәм иҡтисади үҙаллы булыуҙы өҫтөн ҡуйыуҙары тураһында һөйләй.

Читайте нас: