Дим буйҙары
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2020, 14:52

Рулдә йоҡлап китмәҫ өсөн....

2021 йылда йоҡоға ҡаршы махсус беләҙек тағырға айырыуса пассажир автобустары водителдəрен мəжбүр итəсəктəр.

Уның ярҙамында электромиография ысулы менəн рулдəге кешенең хəле контролдə тотола. Йəғни белəҙеккə баш мейеһенең əүҙемлеге хаҡында мəғлүмəт еткерелə.

Бөгөн барлыҡ юл – транспорт ваҡиғаһының 20 проценты водителдең йоҡоға талыуы арҡаһында килеп тыуа. РФ Транспорт министрлығы хəбəр итеүенсə, “йоҡоға ҡаршы” белəҙек (“Антисон”) бөгөн Бөйөк Новгород һəм Тула ҡалаларында һынау үтə.
"Йәшлек" гәзитенән.

Читайте нас в