Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 20:29

Викторинала ҡатнашығыҙ!

Быйыл Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тула.

Юбилей саралары сиктәрендә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы интернет-викторина ойоштора. Уның маҡсаты – арҙаҡлы милләттәшебеҙ, мәшһүр совет илсеһе Кәрим Хәкимотың томошона һәм эшмәкәрлегенә ҡарата йәш быуында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.

Викторинала 6-11 кластарҙа уҡыған үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Бының өсөн министрлыҡ сайтында теркәлеү мөһим, шунда уҡ бәйгенең шарттары менән танышырға мөмкин.

Сара 24 ноябрҙә иртәнге 10 сәғәттән 17 сәғәткәсә үтә. Ҡатнашыусылар 40 һорау һәм уларға яуап варианттарын ала, араһынан дөрөҫөн һайларға кәрәк. Тесты үтеү өсөн иң күбе бер сәғәт бирелә.
Интернет-викторинаны үткәндән һуң һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыласаҡ.

Фото: ukrpress.net

Читайте нас: