Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2020, 13:47

Указда – яңы үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, мотлаҡ үҙизоляция режимы COVID-19 менән сирләүселәргә, коронавирусҡа шик булғандарға йәки ауырыу менән аралашҡан кешеләргә, “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылғандарға, 65 йәштән өлкәндәргә, респиратор ауырыу билдәләре менән ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәргә, шулай уҡ улар менән йәшәүселәргә ҡағыла.
65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы 2020 йылдың 31 декабренә тиклем һаҡлана.
Социаль учреждениеларҙағы кешеләргә ҡарата ла мотлаҡ үҙизоляция режимы 31 декабргә ҡәҙәр оҙонайтыла.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, һәр аныҡ муниципалитеттағы санитар-эпидемиологик хәлдән сығып, бөтә кластар мәктәптә уҡый алырлыҡ ҡалалар һәм райондар исемлеген билдәләргә тейеш.
Республиканың башҡарма власть органдарына битлек режимы үтәлешен, шулай уҡ 65 йәштән өлкәндәрҙең мотлаҡ үҙизоляция режимын күҙәтеүен тикшереүҙе көсәйтеү мөһим.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Башинформ.
Читайте нас: